

Запорожье өлкәһендә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген федераль кимәлгә еткереү планлаштырыла, тип хәбәр итә «Октябрьск нефтсеһе» һәм «ЗаТВ» гәзитенең баш мөхәррире, коллегабыҙ Анна Москалец. Ул азат ителгән биләмәләргә командировкала һәм ваҡиға урынынан репортаждар яһай.
Бында бөтә Рәсәйҙән юғары квалификациялы белгестәр килә, улар пациенттарҙы ҡабул итеп, кәрәкле ярҙамды күрһәтеп кенә ҡалмай, урындағы табиптар өсөн фәнни-ғәмәли конференциялар ойоштора. Шуныһы ҡыҙыҡ, запорожьела элек медицина ярҙамы һәм күп кенә тикшеренеүҙәр башлыса түләүле булған һәм, ҡыҙғанысҡа, күп халыҡ өсөн ҡулай түгел. Хәҙер Запорожье өлкәһендә медицина бушлай ғына түгел, юғары технологиялы ла буласаҡ. Атап әйткәндә, бында юғалған дарыуҙар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү башланған.