Йәмғиәт Общество
22 Октябрь 2022, 13:05

Ҡояш тотолоуын онлайн ҡарарға мөмкин буласаҡ

25 октябрҙә һирәк осрай торған күренеш күҙәтеләсәк

Ҡояш тотолоуын онлайн ҡарарға мөмкин буласаҡҠояш тотолоуын онлайн ҡарарға мөмкин буласаҡ
Ҡояш тотолоуын онлайн ҡарарға мөмкин буласаҡ

25 октябрҙә һирәк осрай торған күренеш – өлөшләтә ҡояш тотолоу күҙәтеләсәк, ул 2022 йылдың төп астрономик ваҡиғаһы, тип иҫәпләнә. Киләһе ҡояш тотолоу 2030 йылда ғына буласаҡ.

Астрономик ваҡиғаның трансляцияһын белгес комментарийҙары менән шишәмбелә, 25 октябрҙә, сәғәт 14.30-ҙа Культура.РФ. порталында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Был хаҡта Өфө планетарийында хәбәр иттеләр, тип яҙа “Башигнформ”. Буласаҡ ҡояш тотолоу һәр ерҙән дә өлөшләтә булараҡ күренәсәк, йәғни Ай Ҡояштың бер өлөшөн генә ҡаплаясаҡ һәм Ер өҫтөнә айҙың ярым күләгәһе генә төшәсәк.

Буласаҡ ваҡиға тураһын тулыраҡ ошонда. уҡырға мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас