

Был көндөң маҡсаты – нисек һәм ниндәй технологиялар ярҙамында һәр ойошма тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә алыуын реаль миҫалдарҙа күрһәте һәм компанияларҙың, кешеләрҙең иғтибарын заманса ҡағыҙһыҙ технологияларға йүнәлтеү.
Хәҙер бөтә нәмә электронлашһа ла, документтар һаман ҡағыҙ көйө йөрөй һәм сүп биҙрәһенә көн һайын байтаҡ ырғытыла.
Иҫәпләп сығарғандар: әгәр ҙә бер тонна ҡағыҙҙы экономиялаһалар йәки эшкәртһәләр, 17 ағасты, 26 000 литр һыуҙы, 3 кубометр ерҙе “ҡотҡарырға”, 240 литр яғыулыҡты һәм 4000 кВт/с электр энергияһын экономияларға була икән.
Баҡһаң, ҡағыҙ документтарҙың 45 проценты уларҙы төҙөп сығарғандан һуң 24 сәғәт үткәс, юҡ ителә.
Һуңғы 20 йылда ҡағыҙ ҡулланыу 26 процентҡа артҡан.
Ағас ҡырҡыу ағасты ултыртыу күләменән күберәк.