Район мәҙәниәт йорто был көндө гөрләп торҙо. Йәштәрҙе йәмәғәт эштәренә, тыуған ергә, халҡына хеҙмәт итеүгә йәлеп итеү маҡсатында район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек тарафынан "Депутат булғым килә" исемле сара үткәрелде.
Район үҙәге мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары йыйылып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урыбаҫары Марат Рафиҡ улы Мөхәмәтов менән осрашып үҙҙәрен ҡыҙыҡтырған төрлө һорауҙарҙы асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, депутат булыуҙың нескәлектәренә төшөндөләр. Шуныһы ҡыуаныслы йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар уҡыу алдынғылары ла,спортта ла һынатмайҙар һәм шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу өсөн инициатива ла күрһәтәләр. Киләсәктә уларҙан бик яҡшы йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыр тип ышанабыҙ.
Марат Мөхәмәтов белдереүенсә ошондай уҡ саралар ноябрь айында райондың башҡа зоналарында ла үтәсәк.