Йәмғиәт Общество
1 Ноябрь 2022, 07:50

Мәзиттәр кәрәҙле элемтә өсөн тауыш бирергә саҡыра

Башҡортостан ауылдарында йәшәүселәр  2023 йылда 4G мобиль элемтәһе булдырыу ауылдарын үҙҙәре һайлай ала.

Мәзиттәр кәрәҙле элемтә өсөн тауыш бирергә саҡыраМәзиттәр кәрәҙле элемтә өсөн тауыш бирергә саҡыра
Мәзиттәр кәрәҙле элемтә өсөн тауыш бирергә саҡыра

Федераль программа буйынса 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдар мобиль элемтә һәм интернет менән тәьмин ителә. Сират Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш биреү менән билдәләнә. Ул 12 ноябргә тиклем дауам итә һәм унда 2023 йыл аҙағына тиклем элемтә һәм интернет барлыҡҡа киләсәк ауылдар билдәләнәсәк.

“Ауылдаштар! Госуслуги аша  әйҙә Мәзитте һайлап тауыш бирәйек! Икенсе йыл сотовая связь эшләй башлаясаҡ, Өмбәттәге кеүек”, тип мөрәжәғәт иттеләр мәзиттәргә социаль селтәрҙә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас