Йәмғиәт Общество
1 Ноябрь 2022, 03:30

Путин: Өлөшләтә мобилизация тамамланды, нөктә ҡуйылды

Владимир Путин өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу тамамланыуы тураһында хәбәр итте

Путин: Өлөшләтә мобилизация тамамланды, нөктә ҡуйылдыПутин: Өлөшләтә мобилизация тамамланды, нөктә ҡуйылды
Путин: Өлөшләтә мобилизация тамамланды, нөктә ҡуйылды

Рәсәй президенты Владимир Путин илдә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хеҙмәткә саҡырыу тамамланыуы тураһында белдерҙе. Был хаҡта Кремлдең сайтында хәбәр ителә.

“Ул тамамланды, нөктә ҡуйылды”, – тине ил етәксеһе Әрмәнстан премьеры Никол Пашинян һәм Әзербайжан президенты Илхам Алиев менән өс яҡлы осрашыу йомғаҡтары буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында.

Өлөшләтә мобилизацияланғандарҙан 260 мең кеше хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай, ә әҙерлек үтә, шуның менән мобилизация тамамланды, тип өҫтәне Путин.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас