Йәмғиәт Общество
11 Ноябрь 2022, 10:10

Помидор ҡиммәтләнгән, лимон арзанайған

Башҡортостан статистиктары быйыл октябрҙә иң ныҡ ҡиммәтләнгән һәм арзанайған аҙыҡ-түлектәрҙе атаны

Помидор ҡиммәтләнгән, лимон арзанайғанПомидор ҡиммәтләнгән, лимон арзанайған
Помидор ҡиммәтләнгән, лимон арзанайған

Башстат мәғлүмәттәре буйынса үткән айҙа помидорҙарға хаҡ иң күбе – сентябрь менән сағыштырғанда 47,5 процентҡа артҡан һәм бер килограмға уртаса 105 һум тәшкил иткән. Тауыҡ йомортҡаһы 19,1 процентҡа ҡиммәтләнгән, хәҙер уның бер тиҫтәһе 68 һум тора. Банан һәм әфлисун ярашлы рәүештә 15,1 һәм 13,8 процентҡа – бер кг уртаса 88 һәм 111 һумға тиклем ҡиммәтләнгән.

Октябрҙә хаҡтары күтәрелгән аҙыҡ-түлек иҫәбенә шулай уҡ һыйыр ите, тауыҡ, ыланған һәм ыҫланған-бешерелгән колбаса, тере һәм һыуытылған балыҡ, пастеризацияланған һөт, ҡуйыртылған шәкәрле һөт, йәшелсәләр, балалар туҡланыуы өсөн йәшелсә консервалары, томат консервалары, печенье, пряниктар, кофе, тоҙ, пакеттарҙағы ҡоро аштар, икмәк, дөгө, манный, тары ярмалары, вермишель, картуф, сөгөлдөр, ҡыяр, груша һәм виноград ингән. Бер айҙа улар 0,2-11,7 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Арзанайған аҙыҡ-түлектәр араһында беренсе урында лимон – сентябрь менән сағыштырғанда 89,5 процент. Республикала уның уртаса хаҡы бер килограмға 121 һумға тиклем кәмегән. Алмаға хаҡ 9,7 процентҡа төшкән – бер кг уртаса 79 һум. Ҡарабойҙай ҙа яҡынса шул тиклемгә арзанайған, хәҙер уның килограмы уртаса 87 һум тора.

Быларҙан тыш октябрҙә сусҡа ите, тауыҡ боттары, һыйыр малы бауыры, бешерелгән колбаса, ит консервалары, тоҙланған, маринадланған, ыҫланған, туңдырылған балыҡ, балыҡ консервалары, һыйыр майы, көнбағыш майы, ҡаймаҡ, әсе һөт продукттары, эремсек, сырҙар, йәшелсә һуттары, балалар туҡланыуы өсөн емеш-еләк консервалары, шәкәр ҡомо, карамель, шоколад, ҡайнатмалар, джем, повидло, сәй, кетчуп, он, борсаҡ һәм фасоль, макарондар, кәбеҫтә, һуған һ.б арзанайған. Бер айҙа уларҙың хаҡы 0,3-9,4 процентҡа төшкән

Фото: Галина Бахшиева / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас