

2022 йылдың 3 ноябрендә экстремаль шарттарҙа батырлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Унда Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа “Күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы тапшырылды.
2022 йылдың мартында ул өйгә төкәтеп төҙөлгән мунсала янғын сығыуын күргән һәм шунда уҡ күршеләренә йүгергән, ут сығыуы тураһында хәбәр иткән, шулай уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Күп тә үмәй, өйҙән ишек аша сығыу мөмкин булмай – икенсе юл эҙләргә кәрәк була. Арыҫлан йорт хужаһына тәҙрә аша сығырға ярҙам итә, сөнки, бер аяғы ампутацияланған булғанлыҡтан, ул үҙаллы сыға алмай. Арыҫлан шулай уҡ уның ҡатынына ла тәҙрә аша сығырға ярҙам итә. Шулай итеп, ул ике кешене ҡотҡара.
Федерация Советында Арыҫлан Шафиҡов менән бергә тағы 16 төбәктән 18 бала наградланды.