

«Сарала уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары ҡатнаша. Шулай уҡ байрамға хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған малайҙар һәм ҡыҙҙар саҡырыла», — тине Андрей Назаров.
Республика шыршыһын «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойоштороу күҙаллана.