Йәмғиәт Общество
16 Ноябрь 2022, 05:50

Ерҙәге кешеләр һаны һигеҙ миллиардҡа еткән

Халыҡ һаны артыуын нигеҙҙә 10 ил тәьмин иткән

Ерҙәге кешеләр һаны һигеҙ миллиардҡа еткәнЕрҙәге кешеләр һаны һигеҙ миллиардҡа еткән
Ерҙәге кешеләр һаны һигеҙ миллиардҡа еткән

Берләшкән Миләттәр Ойошмаһы (БМО) Ер йөҙөндә йәшәүсе халыҡ һаны 15 ноябргә ҡарата 8 милииардҡа етеүе тураһында хәбәр итте, тип яҙа Лента.ру.

Кеше һанының был һанға тиклем артыуы нигеҙҙә Азиялағы демографик күтәрелешкә бәйле. Африкала иһә 400 млн кеше өҫтәлгән. Илдәр араһында халыҡ һанын арттырыуға иң күп өлөштө Һиндостан индергән – 177 млн кеше. Ҡытайҙа 73 млн кеше өҫтәләгән. Өсөнсө урында Нигерия. Европала иһә халыҡ һаны кәмеүе күҙәтелгән. Һигеҙ миллиардҡа тиклем артыуҙы нигеҙҙә ун ил тәшкил иткән.

Ер йөҙөндә йәшәүсе кешеләр һаны 2037 йылда – 9 миллиардҡа, 2058 йылда ун миллиардҡа етеүе прогнозлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас