

Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылында йәшәүсе ауыл уҡытыусыһы Альберт Нурумбәтов конкурста ҡатнашып, грант отҡан һәм шул аҡсаға спорт майҙансығы төҙөгән, тип яҙа “Башинформ”.
Альберт Нурумбәтов Суҡҡул урта мәктәбендә эшләй. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен алып бара. Шулай уҡ ул ауыл мәсетенең имам-хатибы ла. Ҡатыны Айгөл менән өс бала үҫтерәләр.
Альберт Минслам улы быйыл йәй «Тинькофф» компанияһының “Скиньте мяч” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, 150 мең һум грант отҡан. Шул аҡсаға ауыл активистары менән бергәләшеп балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөгәндәр. Унда яҡын-тирәләге ауылдар халҡы ҡатнашлығында төрлө ярыштар үткәрәләр.