Йәмғиәт Общество
26 Ноябрь 2022, 10:22

Ейәнсуралар рядовой Шәкүровты һуңғы юлға оҙатты

Абзан ауылы, биләмәһе генә түгел, тотош район өсөн ҙур юғалтыу. Беҙҙең тыныслыҡ хаҡына ҡулына ҡорал алып, Ил һағына баҫҡан ҡаһарман егетебеҙҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ватан алдында биргән антына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалған Альберт Юнир улы Шәкүровтың ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын...

Ейәнсуралар рядовой Шәкүровты һуңғы юлға оҙаттыЕйәнсуралар рядовой Шәкүровты һуңғы юлға оҙатты
Ейәнсуралар рядовой Шәкүровты һуңғы юлға оҙатты

Абзан ауыл мәҙәниәт йортонда үткән матәм сараһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарының хәрби комиссары Ришат Әминев, Альберт Юнир улының ата-әсәһе, туғандары, класташтары, уҡытыусылары һәм райондың йәмәғәтселеге ҡатнашты. 

Район башлығы һалдаттың ата-әсәһенең, барлыҡ яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, ҡаһарман егеттең исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыласаҡ, тине. Эйе, кемдәрҙер ҡасып-боҫоп йөрөгәндә, Альберт Юнир улы намыҫ менән тыныслыҡ хаҡына махсус операцияға юлланғайны... Бәхил бул, һалдат! Беҙ һине онотмаҫбыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас