

Был хаҡта төбәк дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
Тикшереүҙәр барышында автоинспекторҙар айныҡ булмаған водителдәргә, шулай уҡ балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуға айырым иғтибар бүлә.
Владимир Севастьянов белдереүенсә, ял көндәрендәге рейдтарға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең максималь һаны йәлеп ителә.
Был саралар төбәктә авариялар һаны күп булыуға бәйле. 2022 йылдың 11 айында республикала 3200-ҙән артыҡ юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 380 кеше һәләк булған, 3950 кеше йәрәхәтләнгән.