Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Декабрь 2022, 12:23

“Иғтибар, балалар!” акцияһы башланды

Балаларҙың юлда иғтибарлы булыуын, төрлө тән йәрәхәттәре алыуын иҫкәртеү маҡсатында үткәрелгән был иҫкәртеү сараһы 2023 йылдың 13 ғинуарына тиклем дауам итә. Ейәнсура районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Илнур Бакиров әйтеүенсә, районда уҙған 11 ай эсендә 16 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашлығында бер юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Унда   ике бала йәрәхәттәр алған. Балалар креслоһын ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙған 210 осраҡ теркәлгән. Шуға ла әлеге махсус сара барышында инспекторҙар балалар юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса эште көсәйтәсәк. - Бәләкәс балаларҙы үҙҙәрен генә урамға сығармағыҙ, ә ҙурыраҡтарына юл ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Оло юл буйында уйнарға, саңғыла йөрөргә, тюбингта шыуырға яраманғалығы тураһында ҡат-ҡат киҫәтегеҙ. Боҙлауыҡ булғанда автомобилдең тормоз юлы оҙон була, шуға юл аша сыҡҡанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәклеген иҫтәренә төшөрөгөҙ. Тағы ла кейемдәрендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар – фликерҙар булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ балаларҙы автомобилдә йөрөткәндә махсус ҡулайламаларҙы ҡулланыу талабын онотмағыҙ. Былар барыһы ла һеҙҙең ҡәҙерле балағыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн, – ти Илнур Басир улы.  

“Иғтибар, балалар!” акцияһы башланды
“Иғтибар, балалар!” акцияһы башланды

Балаларҙың юлда иғтибарлы булыуын, төрлө тән йәрәхәттәре алыуын иҫкәртеү маҡсатында үткәрелгән был иҫкәртеү сараһы 2023 йылдың 13 ғинуарына тиклем дауам итә.

Башҡортостанда 11 ай эсендә 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 449 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 3,9  процентҡа күберәк. Уларҙа 14 бала һәләк булған, 491-е тән йәрәхәттәре алған. Аварияларҙың 181-е (+8,4%) йәйәүле балалар ҡатнашлығында булған. Уларҙа өс баланың (+200%) ғүмере өҙөлгән, йәнә 183-ө (+5,2%) зыян күргән. Ҡараңғыла булған ете аварияла яҡтырыуҙы кире ҡайтарыу элементы таҡмаған ете бәлиғ булмаған йәрәхәтләнгән. Бәлиғ булмаған пассажирҙар ҡатнашлығындағы 173 аварияла алты бала һәләк булған, 207-һе йәрәхәтләнгән. Балалар өсөн махсус кресло ҡулланыу ҡағиҙәһен үтәмәү сәбәпле, 12 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашлығында 13 авария теркәлгән.

Балаларҙың транспорт менән идара итеп, авария сәбәпсеһе булған осраҡтар артыуы көйөндөрә. Шулай мопед һәм уларға тиңләштерелгән транспорт саралары ҡатнашлығында 61 аварияла өс баланың ғүмере өҙөлгән, 58-е йәрәхәтләнгән. Был аварияларҙың 31осрағында үҙҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында 31 үҫмер зыян күргән.

Йәш велосипедсылар ҙа аварияға тарыған осраҡтар булғылай. 42 шундай осраҡта 2 бала һәләк булған, 41-е йәрәхәт алған. Әйткәндәй, туғыҙ осраҡта балалар үҙҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында зыян күргән.

Ейәнсура районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Илнур Бакиров әйтеүенсә, районда уҙған 11 ай эсендә 16 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашлығында бер юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Унда   ике бала йәрәхәттәр алған. Балалар креслоһын ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙған 210 осраҡ теркәлгән. Шуға ла әлеге махсус сара барышында инспекторҙар балалар юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса эште көсәйтәсәк.

- Бәләкәс балаларҙы үҙҙәрен генә урамға сығармағыҙ, ә ҙурыраҡтарына юл ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Оло юл буйында уйнарға, саңғыла йөрөргә, тюбингта шыуырға яраманғалығы тураһында ҡат-ҡат киҫәтегеҙ. Боҙлауыҡ булғанда автомобилдең тормоз юлы оҙон була, шуға юл аша сыҡҡанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәклеген иҫтәренә төшөрөгөҙ. Тағы ла кейемдәрендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар – фликерҙар булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ балаларҙы автомобилдә йөрөткәндә махсус ҡулайламаларҙы ҡулланыу талабын онотмағыҙ. Былар барыһы ла һеҙҙең ҡәҙерле балағыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн, – ти Илнур Басир улы.

Баланы – баштан, талды йәштән бөк, тигәндәй, юл ҡағиҙәләрен балаларға бәләкәйҙән һәм үҙ өлгөһөндә өйрәтеү кәрәклеген ата-әсәләр ҙә аңлаһын ине. Ә бит күптәр үҙҙәре үк уларға транспорт сараһында йөрөргә рөхсәт итеп, ғәзиздәрен генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: