Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Декабрь 2022, 14:05

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороусылар 300 кешенән артҡан

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус менән ауырыған 313 кеше теркәлгән

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороусылар 300 кешенән артҡан
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороусылар 300 кешенән артҡан

Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтары теркәлмәгән. Әммә 313 кешелә был сир асыҡланған. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып “Башинформ” хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта стационарҙа 200 пациент, шул иҫәптән 144 оло йәштәге кеше дауалана. Алты ауырыу ауыр хәлдә, бер пациент ИВЛ-ға тоташтырылған. 1992 кеше амбулатор дауалана, шуларҙың 598-е 60 йәштән өлкәндәр. Һуңғы тәүлектә 326 пациент һауығып сыҡҡан.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: