-6 °С
Болотло
БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 2022 йылдың 31 декабренән 2023 йылдың 10 ғинуарына тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы бының нимә биреүе менән ҡыҙыҡһынды. “Был беҙгә янғындар һанын кәметергә мөмкинлек бирәсәк”, – тип яуап бирҙе Фәрит Ғүмәров. Төбәк етәксеһе тәҡдимде хупланы. Ярашлы указ яҡын арала сығарыласаҡ.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.