Йәмғиәт Общество
26 Декабрь 2022, 06:50

Яңы йыл осоронда нисек ял итәбеҙ

Рәсәйҙә Яңы йыл каникулы 9 көнгә һуҙыласаҡ

Яңы йыл осоронда нисек ял итәбеҙЯңы йыл осоронда нисек ял итәбеҙ
Яңы йыл осоронда нисек ял итәбеҙ

Оҙаҡламай Рәсәй халҡын оҙайлы ял көндәре көндәре көтә. Улар ошо шәмбелә, 31 ғинуарҙа, башлана. 1,2,3,4,5,6 һәм 8 ғинуар – РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы ял көнө булып тора. Шулай итеп, беҙҙе 9 ял көнө көтә.

Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәлмә түләүле отпуск биргәндә календарь көндәр иҫәбенә 1–7 һәм 8 ғинуар индерелмәй.

2023 йылда эшләмәгән байрам көндөре 1 һәм 8 ғинуар ял көнөнә – йәкшәмбегә тура килә. Шуға бәйле, 1 ғинуарҙағы ял көнө – 24 февралгә, 8 ғинуарҙағыһы 8 майға күсерелә.

Оҙайлы ял көндәренә бәйле социаль түләмдәрҙе һәм балалар пособиеларын ваҡытынан алда – 28 декабрҙә күсерәсәктәр, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас