Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Декабрь 2022, 11:41

Ғинуар каникулдарында Өфөлә хәмер һатыу сикләнә

Өфөлә яңы йыл каникулдарында хәмер һатыу сикләнә. 

Ғинуар каникулдарында Өфөлә хәмер һатыу сикләнә
Ғинуар каникулдарында Өфөлә хәмер һатыу сикләнә

3, 4 һәм 5 ғинуарҙа магазинда спиртлы эсемлектәрҙе иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем генә һатып алырға мөмкин. 6 ғинуарҙа ла киске сәғәт 5-тән һуң да алкоголь һатыу тыйыла, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Башҡа көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр ғәҙәттәгесә һатыла. Закон кимәлендә сикләү кафеларға һәм ресторандарға ҡағылмай.

Талаптарҙы боҙған өсөн штраф һалына. Вазифа биләүселәргә – 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә  – 100-300 мең һум, тип билдәләнеләр мэрияла.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: