Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
10 Ғинуар 2023, 14:15

Башҡортостандә йәшәүселәр 2023 йылда 121 көн ял итә

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикала 244 эш көнө, 121 ял һәм байрам көндәре буласаҡ.

Башҡортостандә йәшәүселәр 2023 йылда 121 көн ял итә
Башҡортостандә йәшәүселәр 2023 йылда 121 көн ял итә

Яңы йыл каникулынан һәм Раштыуанан һуң Башҡортостанда байрам көндәре булып торалар:

23 февраль – Ватанды Һаҡлаусылар көнө

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

21 апрель – Ураҙа байрамы

1 май – Яҙ Һәм Хеҙмәт байрамы

9 май – Еңеү көнө

12 июнь – Рәсәй көнө

28 июнь – Ҡорбан байрамы

11 октябрь – Баш­ҡортостан Республикаһы көнө

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Ватанды һаҡлусылар көнөнә бәйле республика халҡы дүрт көн февралдең 23-нән 26-һына тиклем ял итәсәк. Шулай уҡ Еңеү көнө айҡанлы 6-9 майҙа дүрт ял көнө көтә

Өс көнлөк ялдар Ураҙа байрамында  (21-23 апрель), Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында (29 апрель  - 1 май), Рәсәй көнөндә (10-12 июнь) һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә (4 - 6 ноябрь) көтә.

8 Мартта, 28 июндә һәм 11 октябрҙә аҙна уртаһында берәр ял көндәре буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: