Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
15 Ғинуар 2023, 16:50

Башҡортостанда йәшәүселәр һирәк осраған тәбиғәт күренеше шаһиты булды

Лентикуляр болоттар – матур һәм һирәк тәбиғәт күренеше

Башҡортостанда йәшәүселәр һирәк осраған тәбиғәт күренеше шаһиты булды
Башҡортостанда йәшәүселәр һирәк осраған тәбиғәт күренеше шаһиты булды

13 ғинуарҙа Башҡортотстандың Урал аръяғында йәшәүселәр һирәк осраған тәбиғәт күренешен күҙәткән – күктә лентикуляр тип аталған болоттар пәйҙә булған. Уларҙың фотоларын шаһиттар социаль селтәрҙәрҙә күпләп сығарҙы.

Лентикуляр болоттар – матур һәм һирәк тәбиғәт күренеше. Ундай болоттарҙың төп үҙенсәлеге шунда – улар ел булыу-булмауға ҡарамаҫтан, хәрәкәтһеҙ ҡала.

Лентикуляр болоттар барлыҡҡа килеүен белгестәр атмосфера фронты яҡынлашыуы йәки алыҫ райондарҙан һауа массаларының күпләп күсеүе менән аңлата.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: