Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Ғинуар 2023, 14:10

Башҡортостан ЮХХДИ-һы етәксеһе водителдәрҙе иҫкәртте

Владимир Севастьянов рейдтар үткәрелеүе тураһында хәбәр итте

Башҡортостан ЮХХДИ-һы етәксеһе водителдәрҙе иҫкәртте
Башҡортостан ЮХХДИ-һы етәксеһе водителдәрҙе иҫкәртте

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында буласаҡ рейдтар тураһында хәбәр итте.

“Традиция буйынса ял көндәрендә автоинспекцияның киң күләмле рейд саралары үтәсәк. Төп бурыс – автомобилдәр аварияларын иҫкәртеү һәм транспорт ағымында күпләп ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау. Сараларға личный составтың максималь күләме йәлеп ителәсәк”, – тип иҫкәртте ведомство етәксеһе.

Ул шулай уҡ иҫерек водителдәр тураһында хәбәрҙәр хупланыуын, инспекторҙар уларҙы тотоу өсөн бөтә сараларҙы күрәсәген белдерҙе.

Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: