Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Ғинуар 2023, 18:20

Ейәнсурала быйыл ниндәй эштәр башҡарыласаҡ

Дәмин Юланов Ейәнсура районын төҙөкләндереү буйынса планлаштырылған эштәр тураһында һөйләне

Ейәнсурала быйыл ниндәй эштәр башҡарыласаҡ
Ейәнсурала быйыл ниндәй эштәр башҡарыласаҡ

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов социаль селтәрҙә 2013 йылда Ейәнсура районын төҙөкләндереү буйынса планлаштырылған эштәр менән таныштырҙы.

“Бөтәһе өсөн дә ҙур һәм ауыр тема – ул юлдар. Әммә беҙ был проблеманы ла яйлап, планға ярашлы хәл итергә тырышабыҙ. Үткән йылда ғына беҙ 15 км тирәһе юлдарҙы асфальтланыҡ, яңы тротуарҙар төҙөнөк. Был эште мотлаҡ артабан дауам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы башлыҡ. Ул шулай уҡ төҙөкләндереү буйынса пландар менән уртаҡлашты:

– район үҙәгенең 1-се микрорайонында балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү буйынса проект-смета документацияһы әҙер һәм эш тиҙҙән башланасаҡ

– аграр колледж эргәһендә ГТО тапшырыу өсөн заманса майҙансыҡ төҙөләсәк;

– “Дуҫлыҡ” паркында яңы фонтан барлыҡҡа киләсәк;

– Үрге Муйнаҡ ауылында “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса спорт майҙансығы төҙөләсәк;

– “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы һәм Иҫәнғол мәсете фасады яңыртыласаҡ;

– Коммунистик урамынан Йәштәр урамына йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер кпаиталь ремонтланасаҡ;

– Йәштәр урамында аҫылмалы күперҙәр район дауаханаһына тиклем тротуар эшләнәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: