Йәмғиәт Общество
30 Ғинуар 2023, 13:35

Рәсәйҙәрҙе февраль айында көткән оҙайлы ялдар тураһында иҫкә төшөрҙөләр

Роструд: февраль аҙағында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы һәм оҙайлы ялдар көтә

Рәсәйҙәрҙе февраль айында көткән оҙайлы ялдар тураһында иҫкә төшөрҙөләрРәсәйҙәрҙе февраль айында көткән оҙайлы ялдар тураһында иҫкә төшөрҙөләр
Рәсәйҙәрҙе февраль айында көткән оҙайлы ялдар тураһында иҫкә төшөрҙөләр

Февралдә рәсәйҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан оҙайлы ялдар көтә, тип хәбәр итте Роструд.

«Февраль айында илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. 23 февраль кесаҙнаға тап килә. 1 ғинуарҙағы ял көнө 24 февралгә (йомаға) күсерелгән, был аҙнаһына биш көн эшләгән граждандарға 23 февралдән 26-һына тиклем ял итергә мөмкинлек бирә», — тиелә ведомство белдереүендә.

22 февралдә эш көнө, байрам алды көнө булғанлыҡтан, бер сәғәткә ҡыҫҡара.  Алты көнлөк эш аҙнаһында шәмбе, 25 февраль, эш көнө булып тора, тип белдерҙеләр ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас