Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Февраль 2023, 12:23

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройы, контракт хеҙмәте старшинаһы Алмаз Сафиндың хәтере мәңгеләштерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың хәтере мәңгеләштерелә
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың хәтере мәңгеләштерелә

Республиканың Йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәгенә, Алмаз Сафин тыуып үҫкән Әлшәй районы Раевка ауылындағы 2-се мәктәпкә яугирҙең исеме бирелә.  

Шулай уҡ герой хөрмәтенә ауыл урамдарының береһенә уның исемен биреү һәм Дан аллеяһында уның бюсын ҡуйыу планлаштырыла.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Алмаз Сафин махсус операцияла 2022 йылдың 30 сентябренән алып ҡатнашҡан. Йыл башында, 14 ғинуарҙа, дошман Красный Лиман йүнәлешендә әүҙем һөжүм итеү өсөн үҙенең резервтарын Кременная ауылы яғына алып сыҡҡан, шул рәүешле десантсыларҙың оборонаһын өҙөп, артабан оператив киңлеккә сығырға, ғәскәрҙәр төркөмөн тәьмин итеү юлдарын киҫеп, урынды баҫып алырға йыйынған. Алмаз Сафин етәкселегендәге десантсылар бер танкты, ике бронемашинаны һәм 50-гә яҡын ВСУ яугирен юҡ иткән. Алыштан һуң старшина Сафин алған яраларынан йән биргән.

Ил президенты Владимир Путин яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: