Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Февраль 2023, 09:45

Башҡортотсанда хәрби уҡыу үҙәге асыла

Михаил Мишустин Өфө фән һәм технологиялар университетында хәрби үҙәк ойошторорға ҡушты

Башҡортотсанда хәрби уҡыу үҙәге асыла
Башҡортотсанда хәрби уҡыу үҙәге асыла

Өфө фән һәм технологиялар университетында хәрби уҡыу үҙәген асалар. Тейешле бойороҡҡа ил хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. «Башинформ» агентлығы  хәбәр итеүенсә агентлы ҡарамағында ярашлы документ бар.

Хәрби әҙерлек буйынса уҡыу үҙәген ойоштороу өсөн юғары уҡыу йортона федераль бюджеттан аҡса бүленә, тип яҙылған унда. Асылда, үҙәк авиация университетында эшләгән хәрби кафедраны алмаштыра, әммә хәҙер унда бөтә студенттар ҙа хәрби әҙерлек үтергә мөмкин.

Мәғлүм булыуынса, 2022 йылдың 1 ноябрендә Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт университеты рәсми рәүештә берләштерелде.

Фото: “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: