

Бөгөн Өфөлә 100 мең кешегә 10 743 ауырыу осрағы тура килә. Тәүлек эсендә 63 сирле теркәлгән. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙар 1,7% күберәк, тип билдәләне Галина Пермина. Халыҡ ҡабаттан вакцина яһата, уларҙың өлөшө иһә 23% ашыу.
COVID-19, шулай уҡ ОРВИ менән сирләүҙең артыуы күҙәтелә. Бишенсе аҙнала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыуҙы 11 766 осрағы теркәлгән, 43,5% — балалар араһында.
Галина Пермина шәхси гигиена һәм торлаҡ гигиенаһы тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы. Халыҡҡа битлек кейеп йөрөргә, социаль арауыҡты һаҡларға, сирҙең аҙ ғына сир билдәләре беоенеү менән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.