

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Мораҡ һәм Бикбулат ауылдарынан “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмалары ағзалары Ейәнсурала ҡунаҡта булып китте. Улар Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатында булып, Рәис Түләктең “Күпер” поэмаһы буйынса спектакль тәҡдим итте. Аҙаҡ әҙәбиәт һәм матбуғат темаларына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
“Был сараны ойоштороусылар Радмир Дәүләтбәковҡа һәм “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Нурия Мөхтәр ҡыҙына һәм гимназия коллективына йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Емерелмәҫ “Дулыҡ күпере” нигеҙендә әҙерләнгән саралар артабан да дауам итер, тип ышанам!” – тип белдерҙе Күгәрсен районының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова.