

Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры дирижер, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисовтың ижади эшмәкәрлеге юбилейына арналған симфоник музыка концерты менән сығыш яһай, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фәрит Фәтих улы етәкселегендәге оркестр башҡарыуында классик музыка шедеврҙары: Заһир Исмәғилевтың “Салауат” симфоник поэмаһы һәм Петр Чайковскийҙың 5-се симфонияһы яңғыраясаҡ. Концерт 14 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә.
Фәрит Фәтих улы Иҙрисов 1954 йылда Ырымбур ҡалаһында тыуған. Аҙаҡ уның ғаиләһе Ейәнсура районының Ҡарабәрҙе ауылында төпләнгән. Фәрит Иҙрисов – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны музыкаһы авторы, композитор, БР Дәүләт оркестры һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры. Уның ижади активында милли, рус һәм сит ил композиторҙарының 30-ҙан ашыу спектакле, Моцарт, Бетховен, Лист, Брамс, Чайковский, Прокофьев симфониялары һәм Рахманинов, Сен-Санс, Григтың фортепиано концерттары бар. Төрлө йылдарҙа ул Ш. Гуноның «Фауст», Дж. Вердиҙың «Бал-маскарад», П. Масканьиҙың «Ауыл намыҫы», Н. Римский-Корсаковтың «Ҡарһылыу», З. Исмәғилевтың «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» спектаклдәрен ҡуйыуҙа ҡатнашҡан.
Фото: Юлай Кәримов.