

Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов 1962 йылда Йылайыр районынң Юлдыбай ауылында тыуа. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, ГИТИС‑ты тамамлаған. Төрлө йылдарҙы Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Милли йәштәр театрында актер, режиссер, художество етәксеһе булып эшләй, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем бирә, режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты була.
"Башҡортостан" энциклопедияһынан:
“Режиссёр булараҡ тәүге эше — 1992 й. ҡуйылған Ф.М.Бүләковтың “Талаҡ, талаҡ” спектакле. Н. режиссёрлыҡ манераһына төрлө художество алымдарҙы ҡулланыу хас: “уйын театры” (мәҙәк-аллегория, апарт репликалар, импровизация, сәхнә күренешенә тамашасыларҙы йәлеп итеү) – Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са “Илай белмәгән ҡатын”, Лопе де Веганың “Тиле” (“Дурочка”), К.Гольдониҙың “Ике байҙың хеҙмәтсеһе” (“Слуга двух господ”), хикәйәләүсе образын индереү – Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Уйындан – уймаҡ”, Г.Ш.Ҡәйүмовтың “Һинд ҡыҙы”, А.П.Чеховтың “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”); персонаждың үткән тормошон йәки киләсәген аңлатҡан өҫтәмә сәхнә композициялары — Н.Ғәйетбайҙың “Аты барҙың – дәрте бар”, “Айгөл иле”. Н. ижадында башҡорттарҙың тарихи шәхестәре т‑да спектаклдәр ҙур урын алып тора: М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са “Салауат”, Бүләковтың “...Шайморатов‑генерал” һәм “Дала ҡиссаһы” спектаклдәрендә ул рухи яңғыҙлыҡ, тормош юлын ирекле һайлау, халыҡ алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо темаларын фәлс. яҡтан яҡтырта. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында — Р.Ҡол‑Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”, Сибай башҡорт драма театрында — Н.Ғәйетбайҙың “Эңер төшкәндә”, “Сулпан” театрында “Урал батыр” эпосы мотивтары б‑са “Урал батыр” спектаклдәрен ҡуя. Байтаҡ театрлаштырылған тамашалар, концерттар, ш. иҫ. 1‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] сиктәрендә үткәрелгән, Мәскәүҙә БР көндәрендәге (1997) концерттарҙың режиссёры. Н. художество етәксеһе булған осорҙа Йәш тамашасы театрында актёрҙар составы туплана, өлкәндәр өсөн дә тәғәйенләнгән репертуар барлыҡҡа килә, был башҡ. һәм урыҫ труппаларының берләшеүенә, театрҙың БР Милли Йәштәр театры тип үҙгәртелеүенә булышлыҡ итә.
Т.Д. Бабичева”