Йәмғиәт Общество
11 Марта 2023, 06:35

Яҡташтарыбыҙ “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе номинацияһында еңеүсе булды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Яҡташтарыбыҙ “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе номинацияһында еңеүсе булдыЯҡташтарыбыҙ “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе номинацияһында еңеүсе булды
Яҡташтарыбыҙ “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе номинацияһында еңеүсе булды

Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бәйге 2021 йылдан алып уҙғарыла, ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

 “Рухлы ғаилә” номинацияһында еңеүсе Кирәевтар ғаиләһе – Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан. Башҡортостанда тыуып үҫкән йәштәр Татарстанға күсеп киткән. Ғаилә башлығы Данил Динар улы Татарстан нефть эшкәртеү компексында эшләй, ҡатыны Ҡарлуғас Иҙел ҡыҙы сабыйҙары Мәргән менән декрет ялында. Татарстанда Кирәевтарҙы рухлы, татыу ғаилә булараҡ хөрмәт итәләр, улар ижади ғаилә, башҡорт ойошмаһы уҙғарған һәр сарала әүҙем ҡатнаша, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлайҙар, тип яҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Кирәевтар – Ейәнсура районынан, Данил – Ибрайҙа, Ҡарлуғас Сирғол ауылында тыуып үҫкәндәр.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас