Йәмғиәт Общество
21 Март 2023, 07:20

Иң йәш әсәйгә нисә йәш булыуын хәбәр иттеләр

2022 йылдағы иң йәш әсә теркәлгән

Иң йәш әсәйгә нисә йәш булыуын хәбәр иттеләрИң йәш әсәйгә нисә йәш булыуын хәбәр иттеләр
Иң йәш әсәйгә нисә йәш булыуын хәбәр иттеләр

Үткән 2022 йылдағы иң йәш әсә теркәлгән. Ул 14 йәштә бала тапҡан, тип яҙа newsbash. Был хаҡта Башҡортостанстат мәғлүмәттәренән билдәле булған.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылда 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге йәш әсәйҙәрҙән бөтәһе 202 сабый донъяға килгән. Ә иң өлкән йәштә әсәй булған ҡатынға 55 йәш.

2022 йылда Башҡортостанда 36200-ҙән артыҡ бала донъяға килгән, шуларҙың 18 600-ө малайҙар һәм 17 600-ө ҡыҙҙар. Республикала тыуым кимәле 8,2 процентҡа кәмегән.

Фото: newsbash.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас