

Улар Урал аръяғы, Благовещен, Ишембай, Нуриман һәм Өфө райондарында урынлаштырыласаҡ. Шулай итеп, улар сафҡа индерелһә, республикала барлығы 20 пункт эшләйәсәк.
Республика юлдарында һуңғы ике ай эсендә генә лә артыҡ тейәгән 460 осраҡ теркәлгән. Һәр шундай осраҡ юлдарҙың сифатын боҙа.
Әйткәндәй, Ейәнсура юлсылары юлдарҙы ремонтлау буйынса эшкә тотондо. Әлегә улар соҡор-саҡырҙарҙы тигеҙләү өсөн һалҡын асфальт ҡулланһа, 15 апрелдән, асфальт-бетон заводы эшләй башлағас, эҫе асфальт менән эшләй башлаясаҡтар.