Йәмғиәт Общество
10 Апрель 2023, 07:05

Атайҙар бүләкләнәсәк

“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына заявкалар ҡабул ителә

Атайҙар бүләкләнәсәкАтайҙар бүләкләнәсәк
Атайҙар бүләкләнәсәк

Башҡортостанда “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын алыуға IV республика конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә башланы. Заявкаларҙы республика Йәмәғәт палатаһы “Йәмәғәт торомошо үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ҡабул итә.

Заявкалар 10 апрелдән 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы Башҡортостанда кәмендә биш йыл йәшәгән, Рәсәй граждандары булған, үҙҙәренең йәки уллыҡҡа алынған балалар тәрбиәләгән атайҙар бирә ала. Ҡала йәки райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, йәмғиәттә әхлаҡлылыҡ хаҡында хәстәрлек күргән, ғаилә традицияларын тергеҙгән, сәләмәт тормош алып барған, шәхси ҡаҙаныштары булған, балалары төрлө өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшкән атайҙарға өҫтөнлөк бирелә. Конкурста ҡатнашыусылар документтарҙы Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы электрон почтаһына ебәрә: oprb2011@mail.ru.

Бүләкләүҙе атайҙарҙың балалары йәки коллегалары, шулай уҡ урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары ла юлларға мөмкин.

Был хаҡта тулыраҡ ошонда

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас