Йәмғиәт Общество
10 Апрель 2023, 12:50

Махсус режим индерелә

Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Махсус режим индереләМахсус режим индерелә
Махсус режим индерелә

Башҡортостанда 3 апрелдә быйыл тәүге урман янғыны теркәлгән — Белорет районында ярты гектар урман янған. Утты сәғәт ярым эсендә һүндергәндәр. Шулай уҡ, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, бер аҙнала 45 муниципалитетта, дөйөм майҙаны 150 гектарҙан ашыу ерҙә, ҡоро үлән яныуҙың 202 осрағы теркәлгән. Был хаҡта 10 апрелдә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Шуға урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн 17 апрелдән республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас