Йәмғиәт Общество
20 Апреля 2023, 05:50

Артур Ҡунаҡбаев милли кейем йөрөткән кешеләр тураһында фекерен белдерҙе

Бөгөн Башҡортостанда милли кейем көнө билдәләнә

Артур Ҡунаҡбаев милли кейем йөрөткән кешеләр тураһында фекерен белдерҙеАртур Ҡунаҡбаев милли кейем йөрөткән кешеләр тураһында фекерен белдерҙе
Артур Ҡунаҡбаев милли кейем йөрөткән кешеләр тураһында фекерен белдерҙе

Республикала бөгөн Милли кейем көнө уңайынан төрлө саралар үткәрелә. Башҡортостанда Милли кейем көнө республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Быйыл уны үткәреү датаһы Ураҙа байрамына бәйле 20 апрелгә күсерелде.

Ни өсөн кешеләргә этник стилдәге кейем кейеү оҡшауы, уны көндәлек тормошта нисек ҡулланыуҙары тураһында “Башинформ” агентлығына һөйләгән республиканың билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында яҡташыбыҙ, М. Ғафури исемендәге Башдрамтеатр актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев та үҙ фекерен еткерҙе:

– Мили кейем йөрөткән кешеләрҙе күреү миңә оҡшай, мин бынан ирейем, – тине ул. Уларҙың ҡыйыу булыуҙары, үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеүҙән тартынмауҙары бик оҡшай, был бик шәп. Мин үҙем дә күптән гардеробымды милли стилле костюм менән тулыландырыу тураһында хыялланам.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас