

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһының Янғын һағы көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ һеҙҙең өсөн – матур һүҙҙәр генә түгел, ә кешеләрҙең ғүмерен, мөлкәтен һәм һаулығын, тәбиғәт байлыҡтарын һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе ҡотҡарыу хаҡына бурысты уңышлы үтәү нигеҙе. Һеҙҙең тревога буйынса һәр бер сығыуығыҙ – ихтыяр көсөн һәм һөнәри оҫталыҡты һынау, ә һәр туҡтатылған авария йәки һүндерелгән янғын – ҙур еңеү ул.
Тармаҡ ветерандарына – айырым рәхмәт һүҙҙәре. Һеҙҙең тәжрибә, белемдәрегеҙ һәм эшкә яуаплы мөнәсәбәтегеҙ йәш быуын өсөн иң яҡшы өлгө булып тора. Героик хеҙмәтегеҙ һәм бурысҡа тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон һәм бәхетле ғүмер, тыныс эш көндәре теләйем. Хеҙмәтегеҙҙә хәүеф әҙерәк, ә утҡа ҡаршы көрәштә еңеү һәр саҡ һеҙҙең яҡта булһын!