Йәмғиәт Общество
30 Апрель 2023, 08:40

Башҡортостанда яҙ аҙағында уҡ ҡоролоҡ булыуы ихтимал

...

Башҡортостанда яҙ аҙағында уҡ ҡоролоҡ булыуы ихтималБашҡортостанда яҙ аҙағында уҡ ҡоролоҡ булыуы ихтимал
Башҡортостанда яҙ аҙағында уҡ ҡоролоҡ булыуы ихтимал

Яҙғы ташҡын бик түбән, март-апрелдә яуым-төшөм әҙ булғанлыҡтан һәм май айы ҡоро булыуы прогнознозлағанлыҡтан Башҡортостанға яҙ аҙағында уҡ ҡоролоҡ һәм һыу етмәүе янай, тип хәбәр итте “Башинформ”.

2023 йылда яҙғы ташҡын күҙәтеүҙәр тарихында иң түбәндәрҙең береһе булды. Ағиҙел йылғаһында Өфө янында һыу кимәле ни бары 302 сантиметрға күтәрелде. Былтыр күтәрелеш – 460, 2021 йылда 637 см тәшкил иткән.

Хәҙер Ағиҙелдең кимәле Өфө янында 72 см ғына, был апрель аҙағына түгел, ә йәй уртаһына хас күренеш. Былтыр был ваҡытта йылға кимәле 246 см булған.

Синоптиктар прогноздары буйынса, май йылы һәм ҡоро буласаҡ, был хәлде тағы ҡатмарлаштырыуы ихтимал. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса майҙа һауа температураһы норманан 1 градусҡа юғары булыуы көтөлә. Яуым-төшөм иһә уртаса айлыҡ күләмдән өҙерәк булыуы прогнозлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас