

Башҡортостанда экстремистик берләшмә булдырыуҙа ғәйепләнеүсе 62 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Был хаҡта Өфө ҡалаһының Октябрь районы судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Хөкөм ителеүсе Совет Социалистик Республикалар Союзы бөтөрөлөүен кире ҡаҡҡан һәм үҙен СССР гражданы тип атаған, кешеләрҙе эстремистик хәрәкәттәргә саҡырған. Ул “Ҡурай” Башҡортостан Республикаһының төп халыҡтары профессиналь союзы” берекмәһен ойошторған һәм унда үҙе яҡлыларҙы тупларға йыйынған.
Ир ниндәй ҙә булһа күрһәтмәләр биреүҙән баш тартҡан һәм үҙ ғәйебен танымаған. Суд уны ете йылға иркенән мхрүм иткән, шулай уҡ күмәк саралар ойоштороуға бәйле сикләүҙәр индергән. Хөкөс ителеүсе суд залында ҡулға алынған.