

Бал ҡортоноң телен балсы белер
20 май ҡортсолоҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша тыуған. Тап шул хөрмәткә был дата Бөтә донъя бал ҡорттары көнө тип иғлан ителгән. Словенияла тыуып үҫкән Антон Янша умартасылыҡҡа нигеҙ һалған. Был йүнәлеште үҫтереүгә бик күп көс һалған.
Умартасылыҡ башҡорт халҡының төп кәсептәренең береһе. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Әле лә был кәсепте үҙ итеүселәр артҡандан-арта бара.
Нәҙекәйбилдәр менән дуҫ булған һәр кемгә уңышлы йыл теләйбеҙ. Балығыҙ күп булһын!