

Хөрмәтле матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Бөгөн киң мәғлүмәт сараларының роле әһәмиәтле генә түгел, ул ғәйәт ҙур. Мин яратҡан гәзиттәребеҙ «Ейәнсура таңдары» һәм «Зианчуринские зори» хеҙмәткәрҙәренә – яҙған, редакторлаған, сығарған, «районка» биттәрендә бөгөнгө көндө объектив сағылдырыу өсөн көс һалған һәр кемгә ихтирамымды белдерәм. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән районыбыҙ йылъяҙмаһы булдырыла. Йылдар үтер, ә һеҙҙең мәҡәләләрегеҙгә, фоторепортаждарығыҙға ҡасандыр йәмғиәт алдында торған проблемаларҙың сығанаҡтарын аңлау өсөн мөрәжәғәт итерҙәр.
Дөрөҫлөк, йылдамлыҡ, теүәллек, көнүҙәк мәғлүмәт, кешеләр, ауыл хеҙмәтсәндәре менән таныштырыу – был принциптар һаман да һеҙҙең өсөн иң мөһимдәре булып ҡалыр, тип ышанам.
Һеҙгә бөтә йөрәктән һаулыҡ, гәзит уҡыусылар иғтибары кәмемәүен, яңы ижади табыштар, барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар һәм шулай уҡ артабан да үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, тыуған районыбыҙ именлеге хаҡына емешле хеҙмәттәшлек теләйем. Байрам менән!