Йәмғиәт Общество
18 Июнь 2023, 04:35

18 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

Аҡ халатлыларҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов байрамдары менән ҡотланы.

18 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө18 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө
18 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Һеҙ ғүмерегеҙҙе еңел булмаған, әммә маҡтаулы һәм изге миссияға – кешеләр ғүмере һәм һаулығы хаҡында хәстәрлек күреүгә арнағанһығыҙ. Һеҙҙең һөнәр ҙур физик һәм рухи көсөргәнеш талап итә, байрам һәм ял көндәрен белмәй. Һеҙҙән, башҡа бер өлкәлә лә булмағанса, иң тәрән белемлелек, түҙемлелек һәм шәфҡәтлелек талап ителә.

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау тармағында глобаль үҙ­гәрештәр бара. Модернизация ойоштороу структураһына ҡағыла, яңы технологиялар индереүгә башланғыс бирә һәм, һис шикһеҙ, медицинаны яңы кимәлгә сығара.

Һеҙгә хас булған яуаплылыҡ һәм эшһөйәрлек менән киләсәктә лә үҙегеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәүегеҙгә, халыҡҡа эскерһеҙ хеҙмәт итеүегеҙгә ышанам. Изге эштәрегеҙ һәм һөнәри бурысығыҙға тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Барығыҙға ла бөтә йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы ҡаҙаныштар һәм яҡшы кәйеф теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас