

“Хеҙмәт ветераны” исеме нисә йәш булыуына бәйһеҙ рәүештә билдәле бер стаж, ҡаҙаныштар һәм наградалар өсөн бирелә. Был исем өсөн льготалар төрлө төбәктә төрлөсә.
Ғәҙәттә улар иҫәбенә түбәндәгеләр инә:
– ай һайын түләмдәр;
– коммуналь хеҙмәттәргә түләмдәрҙең яртыһын компенсациялау;
– ҡала яны транспортында бушлай йөрөү;
– протез-ортопедик һәм медицина ярҙамы.
“Хеҙмәт ветераны”н алыу өсөн СССР йәки РФ ордендары, миҙалдары, почетлы исемдәре, РФ Президентының почет грамоталары йәки рәхмәт хаты, ведомство наградалары кәрәк. Стаж:
– ирҙәр өсөн кәмендә 25 һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 20 йыл;
– награда алынған эшмәкәрлек өлкәһе йәки иҡтисад тармағы өсөн дөйөм стаждан кәмендә 15 йыл стаж йәки выслуга;
– дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн – пенсияға кәрәкле выслуга йылдары.
Әгәр наградалар булмаһа, әммә һеҙ 18 йәшегеҙ тулмағана Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләһәгеҙ, ирҙәр өсөн кәрәкле стаж – 40 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарға – 35 йыл.