Йәмғиәт Общество
22 Июнь 2023, 06:05

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

Бөгөн илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле даталарҙың береһе билдәләнә. Иҫәнғолда Чекмарев паркында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митинг үтте. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов был датаға бәйле ейәнсураларға түбәндәгесә мөрәжәғәт итте  

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө
22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

Хөрмәтле ейәнсуралар! Бөгөн беҙ илебеҙ тарихындағы иң аяныслы һәм фажиғәле даталарҙың береһен билдәләйбеҙ, ул халыҡ хәтерендә мәңге онотолмаҫ көн булып тора.

Теүәл 82 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы – кешелек тарихында иң ҡанҡойошло, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө булған һуғыш башланған. Беҙ был көндә бөтә һәләк булған Ватан һаҡсыларын, үҙ ғүмерен аямай, изге бурысын үтәп, Тыуған илен ҡотҡарыусыларҙы иҫкә алабыҙ. Был беҙҙең тарих, был хәҙер йәшәгән һәм киләсәктә тыуасаҡ быуындарҙың тарихы. Беҙ Тыуған илебеҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ өлөшө беҙгә лә һалыныуын онотмаҫҡа тейешбеҙ. Бөгөн илһөйәрлек традицияларына тоғролоҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек, бер ҡасан да булмағанса, бик кәрәк.

Һәләк булыусылар иҫтәлеге алдында баш эйәм, ә тереләргә тыныслыҡ, бәхет һәм именлек теләйем.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас