Йәмғиәт Общество
26 Июнь 2023, 06:05

Башҡортостан халҡын ике өҫтәлмә ял көнө көтә

...

Башҡортостан халҡын ике өҫтәлмә ял көнө көтәБашҡортостан халҡын ике өҫтәлмә ял көнө көтә
Башҡортостан халҡын ике өҫтәлмә ял көнө көтә

Республикала 27 июнь өҫтәлмә ял көнө тип иғлан ителде. Ярашлы бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, шәмбе, 24 июнь муниципаль дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн эш көнө итеп билдәләнгәйне. Башҡа эш биреүселәргә лә шундай ҡарар ҡабул итергә тәҡдим ителде.

Шулай итеп республикала йәшәүселәр ике көн рәттән: шәмбе урынына 27 июндә һәм 28 июндә – Ҡорбан байрамында ял итәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас