

Түбәндәге исемлек буйынса мәктәп кәрәк-яраҡтары килтерергә мөмкин:
Канцелярия тауарҙары һәм ижад өсөн материалдар - тик яңы булырға тейеш
Портфелдәр һәм мәктәп формаһы - яҡшы хәлдә йәки яңылары
Дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт - яҡшы хәлдә йәки яңы
Ҡайҙа йыялар? Республика ҡала һәм райондарындағы район-ара "Ғаилә" үҙәктәре һәм уларҙың бүлексәләре базаһында https://vk.cc/chDhBD
Мин дә ярҙам итә аламмы? Акцияла теләгән һәр кем – айырым кешеләр, коммерция ойошмалары, дәүләт учреждениелары һәм хакимиәт коллективтары ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, акцияны «Ғаилә» үҙәктәре һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 13-сө тапҡыр үткәрә. Тулыраҡ ошонда: https://vk.cc/cpsVqZ
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (800) 347-5000 номеры буйынса асыҡларға мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан