

Республикала 14 июлдән 16-һына тиклем үткәрелгән ЮХХДИ рейдтарында 128 иҫерек водитель тотолған. Шуларҙың 10-ы икенсе тапҡыр эләккән. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың баш дәүләт автонинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.
“Ҡайһы бер водителдәр ҡасырға маташты”, – тип өҫтәне ул үҙенең яҙмаһына ярашлы видео өҫтәп.
Мәләүез районында битараф булмаған граждандың БР буйынса Эске эштар министрлығының “ҡыҙыу линия” телефонына (8347-279-32-92) шылтыратыуы иҫерек водителде тоторға һәм юл фажиғәһен иҫкәртергә ярҙам иткән.
Фото: Ксения Калинина / "Башинформ"