

Әбйәлил районында беренсе сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүселәр бүләгенә тәүге тапҡыр традицион уҡ атыу буйынса турнир ойошторолдо, тип яҙа “Башҡортостан”. Сараны Урал аръяғы Йәмәғәт башланғыстары союзы һәм фермер Рәмил Юлдыбаев ойошторған.
Турнирҙа Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Салауат, Көйөргәҙе райондарынан, шулай уҡ Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан 72 кеше ҡатнашҡан.
Р. Юлдыбаев сараның төп бағыусыһы ла булған. Тап уның ярҙамында турнир еңеүселренә: иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет уҡсыларға йәш ярымлыҡ ҡолондар, һарыҡтар, ҡиммәтле бүләктәр бирелгән.
Исеме күптәргә билдәле уҡсылар ҡатнашҡан бындай юғары кимәлдәге турнир районда беренсе тапҡыр үткәрелә. Мәргәндәр араһында Хөрмәт Таһиров та бар. Уның уҡтары Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, Монголияла үткәрелгән ярыштарҙа сәпкә тура тейгән һәм халыҡ-ара уңыш килтергән.
72 уҡсы ете йәш төркөмөндә ярышҡан. Атыу ир-егеттәр өсөн – 70, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 60 метр арауыҡтан ойошторолған. 30, 35 метр алыҫлыҡта иһә турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙен һынап ҡараған.
Фото: Гөлназ Вәлиева / "Башҡортостан".