Йәмғиәт Общество
23 Июль 2023, 09:51

Ғаилә ҡорғанда Дәүләт хеҙмәттәре сервистары

Ғаилә ҡорорға уйлайһығыҙмы? Дәүләт хеҙмәттәрендәге түбәндә күрһәтелгән сервистарҙың һеҙгә кәрәк булыуы ихтимал:

Ғаилә ҡорғанда Дәүләт хеҙмәттәре сервистарыҒаилә ҡорғанда Дәүләт хеҙмәттәре сервистары
Ғаилә ҡорғанда Дәүләт хеҙмәттәре сервистары

 - Никах теркәү. Онлайн рәүештә ғариза бирергә һәм үҙегеҙгә уңайлы никах теркәү датаһын һайларға мөмкин. ЗАГС-ҡа туй көнөндә генә барырға кәрәк була.

- Фамилия алмаштырғанда яңы паспорт алыу. Паспортты 30 көн эсендә алмаштырырға кәрәк. Әҙер паспортты йәшәгән урын буйынса Эске эштәр министрлығы бүлегендә алырһығыҙ.

- Водитель таныҡлығын алмаштырыу. Фамилия алмаштырыу сәбәпле водитель таныҡлығын алмаштырыу тураһында ғаризаны онлайн бирегеҙ. Әҙер документты ЮХХДИ-ның үҙегеҙ һайлаған бүлексәһендә алырға кәрәк.

- Автомобиль документтарын алмаштырыу. Дәүләт хеҙмәттәренә документтарға үҙгәрештәр индереүгә хаҡында ғариза бирергә мөмкин. Мәҫәлән, туйҙан һуң фамилияғыҙҙы алмаштыраһығыҙ икән, ошо хеҙмәт менән ҡулланырға була.

- Сит ил паспорты алыу. Фамилия алмаштырғанда иҫке йәки яңы өлгөлә документ юлларға кәрәк.

- Йәшәү урыны буйынса теркәлеү. Ғәмәлдәге теркәүҙе туҡтатырға һәм яңы адрес буйынса пропискаға инергә мөмкин - үҙегеҙҙең, тормош иптәшегеҙ һәм балаларығыҙ исеменән онлайн ғариза бирегеҙ.

- Балаларға һәм йөклө ҡатындарға берҙәм пособие. Килемгә баһа биргәндә никах теркәлгән осраҡта ғына ир кеше ғаилә составына индерелә.

- Бала тыуыуын теркәү. Электрон төрҙә эшләнгән медицина таныҡлығы булһа, бала тыуыуҙы теркәү онлайн рәсмиләштерелә. Әгәр ҡағыҙҙа икән, ғариза биреп, документ артынан ЗАГС-ҡа барырға кәрәк.

- Әсәлек капиталына сертификат. Сертификат бала тыуыуҙы теркәгәндән һуң әсәнең шәхси кабинетына электрон төрҙә килә.

Дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыу беҙ уйлағандан күпкә еңел! Дәүләт хеҙмәттәренең бөтә мөмкинлектәре менән танышыу өсөн порталдың рәсми каналына яҙығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас