Йәмғиәт Общество
28 Июль 2023, 11:35

Рәсәй банктары ставкаларҙы күтәрә башланы

...

Рәсәй банктары ставкаларҙы күтәрә башланыРәсәй банктары ставкаларҙы күтәрә башланы
Рәсәй банктары ставкаларҙы күтәрә башланы

Рәсәй банктары 21 июлдә төп ставка 7,5 % алып 8,5 % тиклем арттырылғандан һуң кредит һәм вклад ставкаларын күтәрә башланы. «Известия» гәзите асыҡлауынса, 20 кредит ойошмаһының туғыҙы кредит ставкаһын 11% еткергән, тип яҙа “Башинформ”.

«Финуслуги» платформаһы мәғлүмәттәре буйынса, депозиттар буйынса уртаса процент хәҙер 6,9 - 7,8% тәшкил итә.

«Хәҙер кредитлауҙың артыуы күҙәтелә, банктар өҫтәмә ресурстар йәлеп итеүгә мохтаж. Был уларҙы депозиттар буйынса ставкаларҙы арттырырға мәжбүр итә», — тине ПСБ-ның баш аналитигы Дмитрий Монастыршин.

Ипотека буйынса ставкалар ҙа арта башланы, тип билдәләй башҡа киң мәғлүмәт саралары. Бер нисә банк уларҙы 0,2, 0,3, 0,5-се процент пунктына күтәрҙе. Әммә ипотека биреү буйынса лидер банктар клиенттарын юғалтмаҫ өсөн әлегә ставканы күтәрмәй, тип иҫәпләй эксперттар.

Читайте нас