

Республика суд приставтары хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылынан 35 йәшлек ҡатындың өс йәштән 13 йәшкә тиклемге 5 балаһы бар, тип яҙа “Башинформ”.
Бәйелһеҙ тормош алып барған ата-әсәне хоҡуҡтарынан мәхрүм иткәндәр. Был саҡта иң бәләкәй балаға бер йәш тә булмаған. Улар барыһы ла балалар йортона эләккән. Балаларын дәүләт ҡарамағына ҡалдырған атай менән әсәй хәҙер инде бер-береһенән айырым байрамса тормош алып барыуҙарын дуам итә. Ҡатын төрлөсә йәшеренә, банк карталары менән файҙаланмай һәм Мәскәүгә сығып китә. Шулай итеп уның алименттар буйынса 500 мең һум бурысы йыйыла.
«В отделение судебных приставов поступило сообщение, что разыскиваемая вернулась в родное село и была замечена в его окрестностях. Должностными лицами оперативно был выработан план по поимке злостной неплательщицы. Местоположение гражданки был установлено, ее задержали и доставили в районное отделение судебных приставов. Следующие десять суток она проведет в спецприемнике», — тип хәбәр иттеләр БР буйынса суд приставтары хеҙмәтендә.